Р О З Е Н Б ЛЮМ Григорий Семёнович (20.11.1923, Белорус ССР‑ының Краснолуки а.), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1948). 1941— 42 йй. Нуриман р‑ны Сураш тулы булмаған урта мәктәбе; 1948 й. алып Башҡ‑н респ. ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1949— 54 йй. Жданов район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1963—64 йй. Ленин район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1954—63 йй. һәм 1964—99 йй. 35‑се урта мәктәп дир. (бөтәһе лә — Өфө). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке