РОЗЕНБЕРГ Геннадий Самуилович (30.5.1949, Өфө), эколог, фитоценолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), биол. ф. д‑ры (1984), проф. (1996). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1973 й. алып Биол. ин‑тында эшләй: 1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — лаб. мөдире; 1987 й. башлап РФА Һамар фәнни үҙәгенең Волга бассейны экологияһы ин‑тында (Тольятти ҡ.): баш ғилми хеҙм‑р, 1989 й. башлап лаб. мөдире, 1990 й. — директорат ағзаһы, 1992 й. алып директор. Фәнни тикшеренеүҙәре теоретик һәм төбәк экологияһына, фитоценологияға арналған. Р. тарафынан экосистемаларҙың структураһын һәм динамикаһын анализлауҙың яңы ысулдары, эре төбәктәрҙең экологик торошон прогнозлауҙың эксперт системаһы эшләнә, Волга басс. һәм Һамар өлкәһенә комплекслы экологик баһа бирелә. 650‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2010).

Х е ҙ м.: Модели в фитоценологии. М., 1984; Лики экологии. Тольятти, 2004; Теоретическая и прикладная экология. Нижневартовск, 2004 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке