РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Юрий Германович (17.11.1936, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Шемонаиха ст.), тау инженеры. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1972 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р, 1979 й. – лаб. мөдире, 1994 й. – бүлек мөдире урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть промыслаһы ҡорамалдарын һәм үткәргес торбаларҙы коррозиянан һаҡлауға арналған. Р. ҡатнашлығында коррозия ингибиторҙарын һынау һәм ҡулланыу б‑са фәнни‑методик документация эшләнә. 85 фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2005), И.М.Губкин ис. пр. (2008) лауреаты.

Хеҙм.: Методические аспекты определения кислорода в промысловых средах // Проблемы сбора, подготовки  и транспорта нефти и нефтепродуктов. 2009. 1 (75) (авторҙ.); Расчёт рН воды, находящейся в равновесии с газом, содержащим диоксид углерода и сероводорода // Там же. 2010. 1 (79) (авторҙ.).

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018