“РОДНИК ПЛЮС”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Шишмә р‑нының Шишмә ҡасабаһында аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 1931 й. нояб. алып татар телендә “Сталинче”; 1956 й. “Красное знамя” (“Ҡыҙыл байраҡ”) гәз. м‑н берләштерелгәндән һуң [1936 й. алып урыҫ телендә; 1937 й. тиклем “Вперёд” (“Алға”) исеме м‑н сыға; 1938—44 йй. нәшер ителмәй] — урыҫ һәм татар телдәрендә ш. уҡ исемдә, 1963 й. — “По Ленинскому пути” (“Ленин юлы буйлап”), 1991 й. — “Родник” (“Шишмә”; 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә) исеме м‑н урыҫ һәм хәҙ. исемендә татар телдәрендә нәшер ителә. 2007 й. алып кварталға бер тапҡыр башҡ. телендә “Дим буйы” ҡушымтаһын сығара. 1962 й. нәшер ителмәй.

У.М.Нуриманшин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018