РИНХОСТЕГИУМ (Rhynchostegium), брахитеций ғаиләһенә ҡараған мүк һымаҡтар заты. Рәсәйҙә 7 төрө билдәле. Башҡортостанда арктик Р. һәм яр Р. үҫә. Оҙонлоғо 4—15 см тиклем булған күп йыллыҡ, бер өйлө мүктәр, йәшел, һарғылт йәшел йәки көрән төҫтәге кәүшәк йәки тығыҙ, ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә. Һабаҡтары түшәлеүсән йәки йөҙөүсән, дөрөҫ булмаған яҡҡа йәки ҡауырһын һымаҡ тармаҡланған, төбөндә йыш ҡына япраҡһыҙ. Япраҡтары ситкә ҡараған, йомортҡа‑ланцет формаһында, осло, батынҡы, йыйырсыҡһыҙ, киртләсле, япраҡтың урта йәки өҫкө өлөшөндә тамамланған тамыры бар. Вегетатив юл һәм споралар м‑н үрсей. Ҡумтаһы ауыш йәки горизонталь, көмрө йәки төҙ тиерлек, шыма һаплы. Тупраҡта, эзбизташлы ҡаяла һәм ағым һыуҙарҙа үҫә. Ике төрө лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018