РӘШИТЕТДИН (Фазлаллаһ ибн Әбүл Хәйер Хамадани; 1247, Хамадан ҡ. — 18.7.1318, Тебриз ҡ.), иран тарихсыһы, дәүләт эшмәкәре. Монгол илхандары һарайында вәзир булып хеҙмәт иткән (1298—1317). Монголдарҙың Европаға походтарын һүрәтләгәндә ҙур халыҡтар араһында башҡорттар ҙа телгә алынған “Жәмиғәт‑тәуарих” (“Йылъяҙмалар йыйынтығы”; 1310—11) хеҙмәте (13 б. — 14 б. башында Һәлагүиҙар дәүләтенә ҡараған илдәрҙең тарихы б‑са тарихи сығанаҡ иҫәпләнә) авторы. Бөтә донъя һәм ислам дине тарихына арналған бүлектәрен яҙғанда Джувайниҙың “Тарих‑и‑Джахангушай” (“Донъяны яулау тарихы”; 1260) хеҙмәтен файҙаланған. Р. шулай уҡ тәбиғәт фәне энциклопедияһы, ботаника, тарих, медицина, техника һ.б. б‑са эштәр авторы.

Тәрж. М.В.Хәкимова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.