АФЗАЛ (Абзалов) Ғамил Ғимаҙетдин улы (23.5.1921, ТАССР‑ҙың Таҡталасыҡ а. — 20.8.2003, Әлмәт ҡ.), шағир. ТССР‑ҙың халыҡ шағиры (1991), ТАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). 1939—49 йй. Магнитогорск металлургия комб‑тында эшләй. 1954—64 йй. БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Шәрип а. йәшәй, ауылдаштарына “Шәрип ауылы”, “Шәрип урманы” (икеһе лә — татар телендә) шиғырҙарын арнай. Шул йылдарҙа А. “Ҡар һыуҙары” (1957), “Намыҫ һүҙе” (1958), “Тормош йәмле” (1959; бөтәһе лә — татар телендә) шиғырҙар йыйынтыҡтары сыға. “Өф‑өф итеп” (1967), “Шундай‑шундай эштәр” (1988, татар телендә) шиғырҙар йыйынтыҡтарында А. юморист һәм сатирик булараҡ таланты асыла. “Ышанығыҙ” (1971), “Айлы кистәр” (1977), “Август йондоҙҙары” (1994; бөтәһе лә — татар телендә) йыйынтыҡтарына ла лирика һәм юмор берләшеүе хас. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1977). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Әҫәрҙ.: Күңелем һеҙҙең менән: лирик, юмористик һәм сатирик шиғырҙар. Өфө, 1995; В строю. М., 1960; Бессонной ночью. М., 1966.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова