РӘХМӘТУЛЛИНА Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (26.8.1961, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Түб. Ләмәҙ а.), философ, педагог. Филос. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1985), 1991 й. алып шунда уҡ эшләй: 2000 й. башлап ЮНЕСКО каф., 2002—04 йй. һәм 2006 й. алып этика, эстетика һәм культурология каф. мөдире. 2004—06 йй. БР‑ҙың мәғариф министры, 2010 й. башлап БР Хөкүмәте, 2011 й. — Дәүләт думаһының Мәҙәниәт б‑са ком‑ты рәйесе урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәр мәҙәниәт һәм мәғариф философияһы, этика һәм эстетика проблемаларына арналған. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. РФ Дәүләт думаһының 6—7‑се саҡырылыш депутаты. БР‑ҙың Халыҡтар ассамблеяһы рәйесе (2015 й. алып). 2‑се дәрәжә "Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м-н бүләкләнгән (2016).

Х е ҙ м.: Милләт күрке — әҙәп. Өфө, 1998; Башкирская традиция (социально‑философский анализ). Уфа, 2000; Этикет как ценность культуры. Уфа, 2004.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.