РӘХМӘТУЛЛИН Рафаэль Йосоп улы (9.9.1944, Пенза өлк. Индерка а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1976) Хабаровск халыҡ хужалығы ин‑тында, 1980 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Хабаровск юғары мәктәбендә уҡыта. 1988 й. башлап ӨЮИ‑ла, 2002 й. — Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар академияһында (соц.‑гуманитар дисциплиналар каф. мөдире), 2007 й. — БДАУ‑ҙа. Фәнни эшмәкәрлеге фәнни танып белеү методологияһына, дини философияға арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Визуальное мышление в структуре научного познания. Красноярск, 1988 (авторҙ.); Образы и образцы в научной и педагогической деятельности. Уфа, 2009 (авторҙ.); Онтологизированные образы в научном и педагогическом пространстве. Саарбрюккен, 2012.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов