РӘХИМОВ Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7.2.1934, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Тәүәкән а.), дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Президенты. РСФСР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1974), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1956 й. алып Өфө НЭЗ‑ында оператор. 1960 й. башлап КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында эшләй: ҡоролма нач., цех нач. урынбаҫары, производство нач. урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшләтеү һәм көйләү б‑са баш инженер урынбаҫары, 1976 й. алып баш химик—баш инженер урынбаҫары, 1978 й. — баш инженер, 1986—90 йй. — директор. 1989 й. башлап СССР‑ҙың халыҡ депутаты, СССР ЮС‑ы ағзаһы, 1990 й. алып БР Юғары Советы Рәйесе. 1993—2010 йй. Башҡортостан Республикаһы Президенты. 2010 й. башлап “Урал” хәйриә фонды советы рәйесе. БР Президент Советы, БР‑ҙың Ведомство‑ара Йәмәғәт именлеге советы рәйесе (икеһе лә — 1994—2010). РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы (1993—2001), РФ Дәүләт советы (2000—10) ағзаһы. Федераль, төбәк һәм муниц. кимәлдәге властар араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү б‑са тәҡдимдәр әҙерләүсе эшсе төркөмгә инә. “Йортобоҙ—Рәсәй” йәмәғәт хәрәкәтенең Юғары Советы (1995 й. алып) һәм Сәйәси советы (1997 й. алып), “Берҙәм Рәсәй” партияһының юғары советы (2001—10) ағзаһы. Һөҙөмтәле эш итеүсе закондар сығарыу власы, башҡарма власть һәм суд власын булдырыу, сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспортты һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарын, соц. һәм рухи‑мәҙәни өлкәләрҙе үҫтереү; телдәрҙе һаҡлау, күп милләтле Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм динде тергеҙеү б‑са милли сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу, респ. тышҡы иҡт. һәм мәҙәни бәйләнештәрен киңәйтеү, халыҡ‑ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү Р. эшмәкәрлеге м‑н бәйле. Р. тарафынан Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияға, БР‑ҙан Ҡушымта м‑н Федератив килешеүгә (1992), “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” ғы килешеүгә һ.б. ҡул ҡуйылған. Р. етәкс. БР Конституцияһы әҙерләнә (1993). Нефть эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендә 50‑нән ашыу уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), Халыҡтар дуҫлығы (1994), “Почёт Билдәһе” (1980), 1‑се (2010) һәм 2‑се (1999) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2000), Халыҡтар дуҫлығы (2009), Салауат Юлаев (2004), “Тышҡы сауҙалағы хеҙмәттәре өсөн” (Бельгия, 2000), изге Благоверный царевич Димитрий Московский һәм Углич чудотворецы (1999) орд., 1‑се дәрәжә “Әл‑Фәхр” Почёт орд. (2009) м‑н бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре араһында беренсе булып Р. “Тормош хаҡына халыҡтарҙың берлектәге ижады” Бөтә Рәсәй хәрәкәте Грамотаһы м‑н бүләкләнгән (Сенеж форумы, 1995). Р. шулай уҡ Рәсәйҙең юғары йәмәғәт наградаһы — Бөйөк Пётр ис. Милли Премия (1999), Рәсәй тәбиғәт фәндәре акад. В.Н.Татищев ис. “Ватанға файҙаһы өсөн” орд. (2002), Кеше хоҡуҡтарын яҡлау б‑са халыҡ‑ара ком‑ттың иң юғары билдәһе — “Намыҫ һәм абруй” алтын йондоҙо (2003), “Президент 2002—2003” номинацияһында “Рәсәй Милли Олимпы” премияһына, “Рәсәй иҡтисады лидеры — 2003” Почётлы милли билдәһенә (2004), аҙыҡ‑түлек өлкәһендә РФ‑тың 2005 йылғы “Рәсәйҙең муллығы һәм сәскә атыуы өсөн” юғары йәмәғәт наградаһына (2006), “Рәсәй ғаиләһе” йәмәғәт таныуы милли премияһына (2006), Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының “Халыҡтар дуҫлығы — Рәсәйҙең берҙәмлеге” алтын миҙалына (2009) һ.б. лайыҡ булған.

Х е ҙ м.: Башкортостан — моя судьба: очерки, статьи, интервью, выступления, обращения, документы. Уфа, 1998. Әҙәб.: Президент Муртаза Рахимов=Prezident Murtaza Rakhimov. М., 1998; Дело жизни. Уфа, 2009; С любовью к Башкортостану и верой в Россию. Б.м., 2012.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин