РӘХИМОВ Әхмәт Зәки улы (6.8. 1934, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Киәҙетау а.), психолог, педагог. Психология ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Бүздәк р‑нының Кәпәй‑Ҡобау урта мәктәбе дир., 1968 й. алып Башҡ‑н проф. техник белем биреү идаралығы (Өфө) методисы. 1969—2015 йй. БДПУ‑ла: 1975 й. башлап психодидактика һәм нравология лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1994 й. алып психодидактика каф. мөдире, 1998—2003 йй. психология каф. мөдире. 2003—05 йй. Баш ҡала гуманитар ин‑тының Өфө филиалында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре психодидактика, пед. акмеология һәм технология, нравология проблемаларына арналған. 230‑ҙан ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. урта мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн әхлаҡи тәрбиә б‑са дәреслектәр, авторы. “Ижади үҫеш” Башҡ. респ. ассоциацияһы (1987— 2006), “Урҙай” Респ. экология‑һауыҡтырыу үҙәге (1992 й. алып) рәйесе.

Х е ҙ м.: Психодидактика творчества. Уфа, 2002; Творческое мышление. Уфа, 2005; Философия психодидактики. Уфа, 2008.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018