РӘСӘЙ СОЦИОЛОГТАР ЙӘМҒИӘТЕ (РСЙ), дөйөм Рәсәй ғилми йәмәғәт ойошмаһы. РСЙ‑ның Башҡ‑н бүлексәһе 1965 й. Совет социол. ассоциацияһының бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1989 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: социологтарҙы туплау, социол. белем таратыу. Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Рәсәй социол. конгрестарында (2000, 2003, 2008, 2012), йыл һайын Рәсәй һәм төбәк ғилми конф., семинарҙарҙа һ.б. ҡатнаша. 2012 й. Өфөлә йәмғиәт тарафынан 4‑се Сираттағы Бөтә Рәсәй соц. конгресы ойошторола. Рәйестәре: Н.А.Айытов (1965 й. алып), Ф.С.Фәйзуллин (1984 й. алып), Й.М.Ғиләжетдинов (1995 й. алып), Р.М.Вәлиәхмәтов (2007 й. алып).

Р.М.Вәлиәхмәтов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.