РӘСӘЙ ИҠТИСАД УНИВЕРСИТЕТЫ, Г. В. П л е х а н о в  и с е м е н д ә г е  Р ә с ә й  д ә ү л ә т  и ҡ т и с а д  у н и в е р с и т е т ы. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфө ин‑ты (филиалы) 1959 й. уҡытыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1990 й. алып ф‑т, 1993 й. — Өфө филиалы, 1997 й. хәҙ. статусын ала. Институт составына 4 ф‑т (ситтән тороп уҡыу һәм ҡыҫҡартылған программалар, коммерция һәм менеджмент, иҡт., юридик), 12 каф., үҙәктәр (хисаплау, халыҡ‑ара хеҙмәттәшлек һәм академик мобиллек) инә. Китапханаһы, 2 лаб., халыҡ‑ара хеҙмәттәшлек, редакция‑нәшриәт, уҡытыу‑методик, уҡытыу сифатына идара итеү бүлектәре һ.б. бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 10 һөнәр б‑са алып барыла. 2 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. Уҡытыусылар араһында 22 фән д‑ры һәм 103 фән канд. (2008). Уйлап табыуҙарға 59 авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алынған. 5,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Институт РФ, Германия, АҠШ вуздары һәм ғилми‑тикшеренеү учреждениелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Институтта йыл һайын 20‑гә яҡын уҡыу әсбабы һәм монография нәшер ителә. Пункт мөдирҙәре: Н.П.Зусь (1959 й. алып), Р.П.Титова (1972 й. алып); дир.: Т.Ә.Сәфәров (1989 й. алып), Ғ.Ғ.Мөфтиев (2001 й. алып).

Ғ.Ғ.Мөфтиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018