РЕШЕТОВ Александр Михайлович (1.8.1932, Төньяҡ Кавказ крайы Глубокий ҡсб — 29.5.2009, С.‑Петербург), этнограф. Тарих ф. канд. (1967). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 1957 й. тиклем һәм 1961—2006 йй. РФА‑ның Антропология һәм этнография музейында (С.‑Петербург) эшләй: 1969—76 йй. ғилми секретарь, бер үк ваҡытта 1975 й. алып Көнсығыш һәм Көньяҡ‑Көнсығыш Азия бүлеге мөдире, 2002 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм төбәк этнографияһы үҫешенә (ш. иҫ. Башҡортостанда), фольклористика, музей фәне мәсьәләләренә арналған. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Этнография в круге научных интересов Ахмета Заки Валиди Тогана //Факты и версии: ист.‑культурол. альм. СПб., 2002. Кн.3; Раиль Гумерович Кузеев — батыр этнографической науки //Этнос. Общество. Цивилизация: II Кузеевские чтения. Уфа, 2009.

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Текст на русском языке