АФЕРИН Гавриил Лукьянович (7.4.1931, Алтай крайы Ракиты а. — 27.3.1983, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1957), СССР‑ҙың почётлы спорт мастеры (1961). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1972). М.Д.Касьяник тәрбиәләнеүсеһе. 1959 й. алып “Хеҙмәт” ДСО‑һы өсөн сығыш яһай (тренеры Б.М.Мосиевич). РСФСР чемп. (1958, 1962), РСФСР чемпионаттарының (1961, 1965) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1956) көмөш призёры. 110 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында СССР һәм РСФСР рекордсыһы (1961, штанга күтәреү). 1959 й. алып — “Спартак” ДСО‑һының, 1965 й. — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советтары, 1976 й. башлап “Химик” спорт клубы тренеры (бөтәһе лә — Өфө). Тәрбиәләнеүселәре араһында В.В.Дурнев, Р.Л.Ханов, ш. уҡ 10 СССР спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина