РЕЗЕДА (Reseda), резеда һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән төрө — һары Р. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабаҡтары тармаҡлы, күтәрелеүсән, һирәк осраҡта төҙ йәки йәйенке, ҡытыршы йәки ҡырлы, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡауырһын һымаҡ бүленгән, ҡайһы берҙә бөтөн, ситтәре ҡытыршы, сиратлы. Сәскәләре ваҡ, дөрөҫ булмаған формала, аҡ, һары йәки йәшкелт һары төҫтә, ике енесле, өҫкө өлөшөндәге тәлгәш йәки башаҡ рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Май—сент. сәскә ата. Емеше — оҙонса өс ҡырлы ҡумта, июнь—окт. өлгөрә. Ҡоро убалар һәм битләүҙәр буйлап, ташлы тупраҡта һәм эзбизташтарҙа, сәсеүлектәрҙә, юл буйҙарында, ташландыҡ һ.б. ерҙәрҙә үҫә. Респ., тау‑урман зонаһынан һәм__төньяҡ‑көнсығыш райондарынан тыш, бөтә терр‑яһында осрай. Ҡый үләне. Составында алкалоидтар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Сәскәләренән һәм орлоҡтарынан туҡымалар өсөн һары буяу алынған. Баҡсаларҙа декоратив үҫемлек — хуш еҫле Р. үҫтерелә, ул ҡайһы берҙә ҡырағай үҫемлеккә әйләнә.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018