РЕДЬКИНА Нина Николаевна (30.3.1961, Томск өлк. Терсалгай а.), ботаник. Биол. ф. д‑ры (2009). Томск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. 1990 й. башлап Ботаника баҡса‑институтында, 1999 й. — “Иммунопрепарат” ДУП‑ының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2000 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында, 2008 й. — БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре дарыу үҫемлектәренең биологик күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы рациональ ҡулланыу проблемаларына арналған. Р. тарафынан Көньяҡ Уралдың ҡайһы бер дарыу үҫемлектәренең популяция структураһы өйрәнелә, уларҙың популяция яғынан күп төрлөлөгө формалашыуының төп факторҙары һәм механизмдары асыла, генофондты тәбиғи тереклек итеү урындарында һәм культураға индергәндә һаҡлау принциптары һәм саралары эшләнә. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Лекарственные растения как объект рационального использования и сохранения биологического разнообразия (на примере рода Empetrum L). Уфа, 2007; Генетическая структура природных популяций растений и принципы охраны их генофонда (на примере можжевельника казацкого). Уфа. 2013 (авторҙ.); Генетическая и пространственная структура природных популяций редких и исчезающих видов растений Южного Урала. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.