РЕАЛЬ УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә тәбиғәт‑матем. циклы фәндәрен тәрән өйрәнгән тулы булмаған урта йәки урта уҡыу йорттары. 1872 йылғы уставҡа ярашлы реаль гимназиялар урынына ойошторолалар. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Ҡаҙна, ҡала йәмғиәттәре, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар. Училищелар эргәһендә попечителлектәр эшләй. Бөтә ҡатлам малайҙары ҡабул ителә, уҡыу түләүле була, мохтажлыҡ кисергән һәләтле балаларға стипендиялар булдырыла, пособиелар түләнә. Уҡыу курсы 6 йыл була, 1870 йй. аҙ. юғары уҡыу йорттарына инергә теләүселәр өсөн өҫтәмә 7‑се класс асыла. Һәр класта уҡыусылар һаны 40‑тан да артмай. Уҡыу программаһына — Алла Ҡануны, урыҫ теле, геогр., тәбиғәтте өйрәнеү, сит телдәр (немец һәм фр.), тарих, физика, матем., рәсем, һыҙым, гимнастика һ.б.; мәжбүри булмаған предметтар иҫәбенә — музыка, ритмика һ.б.; 5— 6 кластарҙа махсус (механика, химик технология һәм коммерция) дисциплиналар инә. Тамамлаусылар техник, сәнәғәт һәм сауҙа юғары уҡыу йорттарына, 1888 й. алып ш. уҡ университеттың физика‑матем. һәм мед. ф‑тына инә ала. 1918 й. Р.у. бөтөрөлә. Ырымбур губернаһында беренсе Р.у. — 1894 й. Ырымбур ҡ., Өфө губернаһында 1901 й. Өфөлә асыла. Ырымбур Р.у. 20 б. башында — 364, Өфө Р.у. 1907 й. — 228, 1915 й. 291 уҡыусы уҡый. Тәүҙә Өфө Р.у. — В.Е.Поносов вариҫтарының Килем йортоноң (Ленин урамы, 20; 1895 й. төҙөлгән) 2‑се һәм 3‑сө ҡаттарында, 1905 й. алып үҙ бинаһында (Коммунистик урамы, 23; 20 б. башында төҙөлгән) урынлаша, улар — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфө Р.у. дир.: М.А.Галанов (1901 й. алып), П.И.Свешников (1909—17). Шулай уҡ Р.у. 1910 й. алып Бәләбәй ҡ. (дир.: К.А.Торопов, Г.А. Стратонович), 1911 й. башлап Бөрө (П.И. Марченко, В.Е.Агров), Минзәлә (Г.А. Орлов, М.М.Васильев, В.П.Хлебников), Стәрлетамаҡ (шәхси; К.А. Язвицкий) ҡҡ. эшләй. Бәләбәй һәм Бөрөләге Р.у. биналары (хәҙ. Бәләбәй педагогия колледжы һәм Бөрө социаль- педагогия академияһы биналары) — архитектура ҡомартҡыһы.

В.Н.Буравцов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке