РАЯНОВФәнис Мансур улы (12.12.1938, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Туҡтағол а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), юридик ф. д‑ры (1982), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Нуриман (прокурор ярҙамсыһы), 1966 й. алып Балтас (прокурор) р‑ндарының прокуратураһында эшләй. 1968 й. башлап Урал юридик акад. Өфө филиалында уҡыта, 2004—06 йй. аграр хоҡуҡ каф. мөдире. 1970 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында. 1973—2004 йй. һәм 2006 й. башлап БДУ‑ла: 1978 й. алып гражданлыҡ хоҡуғы һәм процесы каф., 1987 й. — а.х. хоҡуғы каф., 1988 й. — дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1981—86 йй., 1989—92 йй. юридик ф‑т деканы; бер үк ваҡытта 2005—14 йй. Хоҡуҡи дәүләт проблемалары ҒТИ (Өфө) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт хоҡуғы теорияһы һәм тарихы, дәүләттең хоҡуҡи үҫеше, хоҡуҡи реформа, аграр хоҡуҡпроблемаларына арналған. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Правовое государство: теория и практика” ж. баш мөхәррире (2005—14).

Хеҙм.: Правовое государство — судьба России. Уфа, 2007; Проблемы теории и практики правового государства. Уфа, 2013; Теория правового государства. М., 2014.

Тәрж. М.Х.Хужин

 Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018