РАХМАНҠОЛОВА Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы (27.6.1959, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1991—94 йй. — Биология ин‑тында, бер үк ваҡытта БДУ‑ла (2003 й. алып үҫемлектәр физиологияһы каф. мөдире) эшләй. 2011 й. алып Мәскәү ҡ.: РФА‑ның К.А. Тимирязев ис. Үҫемлектәр физиологияһы ин‑тында төп ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта МДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең яраҡһыҙ тышҡы шарттарға адаптацияһын өйрәнеүгә арналған. Р. ҡатнашлығында үҫемлектәр адаптацияһының энергетик нигеҙе булараҡ фотосинтез һәм һулыш алыу нисбәтен көйләүҙең экологик‑физиол. механизмдары концепцияһы эшләнә. Р. тарафынан тәүге тапҡыр ниндәй төрҙән булыуына ҡарамаҫтан, оптималь шарттарҙа үҫтерелгән үҫемлектәрҙең төп энергия трансформациялау процестарының даими нисбәте барлығы билдәләнә, уны үҫемлектәр продуктлылығын шытым стадияһында уҡ күҙаллау өсөн ҡулланырға мөмкин. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Экологическая физиология растений. М., 2001 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Текст на русском языке