РАФИҠОВА Фидәйә Миңлехажи ҡыҙы (1.6.1940, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Сулпан а. — 12.1.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1973), проф. (1998). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2002), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ, 1967 й. алып В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тында эшләй. 1972 й. башлап СДПИ‑ла: уҡытыусы, 1976 й. алып алгебра һәм геом. каф. мөдире, 1983 й. — физика‑матем. ф‑ты деканы, 1987—2000 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге мәктәптә һәм вузда математиканы дифференциациялы уҡытыуға арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. уҡытыусылар һәм студенттар өсөн уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы.

Х е ҙ м.: Разработка и внедрение рейтинговой системы оценки знаний студентов. Стерлитамак, 1993; Профильная дифференциация обучения математике в средней школе. Стерлитамак, 2000; Углублённое изучение математики в профильной школе. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Р.Х.Рафиҡов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.