РАФИҠОВ Хәлим Сөнәғәт улы (13.8.1934, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Оҙондар а. — 17.8.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), генетик. Биол. ф. д‑ры (1993), проф. (1997). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Өфө хеҙмәт гигиенаһы һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй; 1971 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә: 1973 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1980 й. — лаб. мөдире; 1996 й. алып БДМУ‑ла, 2001 й. — Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад., 2010 — 14 йй. — БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре Волга‑Урал төбәгендәге генетик‑демографик процестарға арналған. Р. ҡан төркөмө һәм аҡһым гендары йышлығы б‑са башҡорттар, татарҙар, удмурттар, сыуаштар, ш. уҡ Көнбайыш Ҡаҙағстан ҡаҙаҡтары популяцияларының генетик яҡынлығын асыҡлай. Р. тарафынан  биол. адаптация, ауырыуҙарҙы диагностикалау ысулы эшләнгән һәм тәҡдим ителгән. 80‑се йй. фин‑уғыр халыҡтарының генетик дивергенцияһын өйрәнеү б‑са совет‑финлянд экспедицияһы етәксеһе. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Популяционно‑генетическая характеристика народов Волго‑Уральского региона (исторические и экологические аспекты). М., 1993.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке