РАФИҠОВ Рәшит Хөсәйен улы (18.9.1938, БАССР‑ҙың Ишембай ҡсб, хәҙ. Ишембай ҡ.), педагог‑методист, физик. Пед. ф. канд. (1991). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй: 1987 й. алып технология‑иҡт. ф‑тының декан урынбаҫары, 1992 й. — дөйөм техник дисциплиналар һәм хеҙмәт каф. мөдире. 2003—15 йй. башлап БР Мәғарифты үҫтереү ин‑тының физика, матем. һәм информатика каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре һөнәрселек лицейҙарында, колледждарҙа һәм вуздарҙа физика уҡытыу методикаһына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Электродинамика. Оптика и ядерная физика. Стерлитамак, 2001; Осуществление преемственности естественно‑научных и профессионально‑технических знаний и умений учащихся при изучении физики в профессиональных училищах и лицеях. Уфа, 2005; Интеграция физических и профессионально‑технических знаний учащихся в НПО и СПО. Уфа, 2011.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018