АФҒАНСТАН, Афғанстан Ислам Республикаһы, Ҡөньяҡ-Ҡөнбайыш Азиялағы дәүләт. Майҙаны — 652,2 мең км2. Баш ҡалаһы — Ҡабул. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 28,2 млн кеше (2009): пуштундар (41%), тажиктар (38%), хазарейҙар (10%) һ.б. Рәсми телдәр — пушту һәм дари. Диндарҙарҙың күпселеге — мосолман сөнниҙәре.

БР-ҙың А. м‑н бәйләнештәре РФ һәм А. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә тормошҡа ашырыла. А. Милли Ассамблеяһының Аҡһаҡалдар ҡоро делегацияһы РФ‑ҡа рәсми визиты барышында Башҡортостан Республикаһы Президенты м‑н осрашты (2012). БР-ҙың БДБ-нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә А. өлөшөнә 0,7% тура килә (2011). БР м‑н А. тышҡы сауҙа әйләнеше 78,8 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 131 тапҡырға күберәк). БР‑ҙың А. экспорты — 78,8 млн доллар (2000 й. — 0,6 млн доллар); уның тауар структураһында химия сәнәғәте продукцияһы, машиналар, ҡорамалдар, транспорт һ.б. А. импорт 0,04 млн доллар тәшкил итә.

Башҡортостан м‑н А. борондан килгән тарихи бәйләнештәре бар. А. аша Көньяҡ Уралдан Һиндостанға барған сауҙа юлдары үткән, уларҙы 19 б. башында Ғөбәйҙулла Әмиров тасуирлай. А. оҙаҡ йылдар башҡ. шағиры Ғ.Усман йәшәй. 1923 й. Ә.Ә.Вәлидов Герат һәм Ҡабул ҡҡ. китапханаларында эшләй. 1979—89 йй. А. граждандар һуғышында БАССР-ҙан 9 меңдән ашыу кеше ҡатнаша; күрһәткән батырлығы өсөн 1,2 меңдән ашыу яугир ордендар һәм миҙалдар м‑н бүләкләнә. 1990 й. Өфөлә А. ветерандары Рәсәй союзының Башҡ‑н респ. ойошмаһы ойошторола. Ҡабулда Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә (1958) Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы продукцияһы ҡуйыла. 80-се йй. А. граждандары СССР ЭЭМ‑ының Өфө юғары мәктәбендә (ҡара: Юридик институт), Өфө энергетика техникумында (ҡара: Энергетика колледжы), Октябрьский ҡ. ПТУ-ла, 2000 й. башлап ӨДНТУ-ла уҡый. Афған фольклоры әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемәлә БР‑ҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаларында донъя күрә. БР‑ҙа 110 афған йәшәй (2010), “Башҡортостан Республикаһы Афғандары берлеге” (2009 й. алып), “Башҡортостан—Афғанстан дуҫлыҡ йәмғиәте” (2012 й. алып) төбәк йәмәғәт ойошмалары эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина