“РАМПА. КУЛЬТУРА БАШКОРТОСТАНА” (“Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте”), айлыҡ журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киœ мºƒ л¢мºт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы" нºшриºт йорто» ДУП-ы, БР‑ҙың «“Рампа” журналы редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Өфөлә урыҫ телендә сыға. Тиражы — 1 мең дананан ашыу (2015). 1994 й. ғин. алып “Рампа” исеме м‑н гәзит булараҡ нәшер ителә, 2008 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала. Журнал биттәрендә респ. мәҙәни тормошо, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар яҡтыртыла. Рубрикалары: “Театр”, “Музыка тауыштары”, “Халыҡ ижады”, “Подиум”, “Вернисаж”, “Ватандаштар: таланттар һәм яҙмыштар” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Д.Н.Инякина (1994 й. алып), И.В.Тонконогий (2006 й. алып).

И.В.Тонконогий

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.