РАЕВКА БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫ, Әлшәй р‑нында урынлашҡан. 1918 й. мәҙрәсә базаһында 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1921 й. алып башланғыс, 1934 й. — тулы булмаған урта, 1940 й. — урта мәктәп (1965 й. алып 1‑се), 1996 й. — мәктәп‑лицей, 1999 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2004 й. М.А.Буранғолов исеме бирелә. Иҫке Аҡҡолай а. филиалы бар. 2 компьютер класы, тегеү, 2 слесарлыҡ оҫтаханалары, тамаша һәм 2 спорт залы, китапханаһы, лицей тарихы музейы, мед. кабинеты, уҡытыу‑тәжрибә участкаһы, 3 автомашинаһы һ.б. бар. 1944 й. алып уҡыу йортон бөтәһе 3,3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015), улар араһында Ғ.Б.Абыҙгилдина, М.С.Ғөбәйҙуллин, С.Р.Суфиянова, С.Ф. Хәкимова, Ә.У. Шәрипов, Г.Юнысова.

М.А.Фәтхиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018