РАДИОЭЛЕКТРОНИКА КОЛЛЕДЖЫ, 1943 й. элемтә электротехникаһы техникумы булараҡ асыла, 1944 й. алып электр‑механика, 1966 й. — радиотехника, 1985 й. — радиоэлектрон приборҙар эшләү техникумы, 1990 й. — Өфө радиоэлектроника колледжы, 2015 й. алып Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә телекоммуникация системаларының мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, компьютер системалары һәм комплекстары, күп каналлы телекоммуникация системалары, янғын хәүефһеҙлеге, элемтә селтәрҙәре һәм коммутация системалары һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 8 компьютер класы, 3 робото‑техника һәм телекоммуникациялар лаб., спорт, тамаша һәм уҡыу залдары, китапханаһы, мед. һәм методика кабинеттары, “Халыҡтар дуҫлығы” музейы бар. 14 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында М.А.Зайцев, А.Н. Селивёрстов.

А.Г.Карташов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018