РАДИОБИОЛОГИЯ, ионлаштырыусы нурланыштың тере организмдарға, экосистемаларға һәм бөтә биосфераға тәьҫире т‑дағы фән. Р. генетика, геохимия, молекуляр биология, радиохимия, ядро физикаһы һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Р. төп бүлектәре: ветеринар һәм йыһан Р., радиацион генетика, микробиол., селекция, радиоэкология. Р. бурыстары: радиацион зарарланыуҙы һәм организмдар нурланыш алған осраҡта радиоһиҙгерлектең төрлө булыу сәбәптәрен, нур ауырыуы һәм төрлө мутациялар барлыҡҡа килгәндә радиацияның ролен өйрәнеү; нурланыштың һуңынан беленгән эҙемтәләре (шештәр барлыҡҡа килеү, иммунитет түбәнәйеүе һ.б.) үҫешенең законлыҡтарын асыҡлау; организмды биосфераның радиоактив бысраныуынан һаҡлау сараларын, уның радиациянан һуң тергеҙелеү механизмдарын эҙләү, ветеринарияла, медицинала, микробиология сәнәғәтендә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә һ.б. ионлаштырыусы нурланышты ҡулланыуҙың яңы ысулдарын эшләү. Башҡортостанда радиобиологик тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлап алып барыла. Биохимия һәм генетика институтында (А.Х.Баймиев, Ю.В.Вәхитова, Ф.Р.Ғималов, А.В.Чемерис, Ф.М. Шакирова һ.б.) гендарҙың беренсел структураһы, уларҙың экспрессияһы, аҡһымдар һәм нуклеин кислоталар синтезы өйрәнелә. Медицина университетында 70‑се йй. аҙ. алып биологик актив матдәләрҙең синтезын һәм ҡан тамырҙары системаһы күҙәнәктәренең функциональ әүҙемлеген анализлау үткәрелә (Р.К.Данилов, В.В. Сперанский һ.б.), төрлө ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдары эшләнә (ҡара: Медицина рентгенологияһы һәм радиологияһы).

У.Ғ.Ҡадиров, Р.С.Нәсибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке