ПШЕНИЧНЮК Анатолий Харитонович (2.1.1936, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Летенка ҡсб — 5.1.2016, Өфө), археолог. Тарих ф. канд. (1968). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 2014 й. тиклем ТТӘИ‑лә эшләй (1978— 2006 йй. бүлек мөдире). Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың иртә тимер быуатына, Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә, Савромат мәҙәниәтенә, Сармат мәҙәниәтенә һ.б. арналған. Байтаҡ археологик ҡомартҡылар, ш. иҫ. Бикеш ҡурғандарын, Охлебинин археологик комплексын, Филипповка ҡурғандарын, Шипов археологик комплексын, Әлмөхәмәт ҡурғандарын, аса һәм өйрәнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Кара‑абызская культура (население центральной Башкирии на рубеже нашей эры) //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973.; Культура ранних кочевников Южного Урала. М., 1983; Звериный стиль Филипповских курганов //Южный Урал и сопредельные территории в скифо‑сарматское время. Уфа, 2005.

В.С.Горбунов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика