АУЫРҒАЗЫ ХАЛЫҠ ТЕАТРЫ, Ауырғазы районы Үҙәк мәҙәниәт һарайының татар халыҡ театры. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. урынлашҡан. 1956 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1967 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — Н.Ғ.Ғәлимовтың “Буранлы төн” спектакле. 1967—2010 йй. 70‑тән ашыу спектакль сәхнәләштерелә: М.Фәйзиҙең “Аҡ ҡалпаҡ”, И.Х.Йомағоловтың “Сәңгелдәк”, “Башмағым”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Игеҙәктәр”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр...” һ.б. Театр составында А.Х.Бикҡолов, И.Р.Ғәзизов, А.Р.Йосопова, И.И.Карюков, Ф.Р.Карюкова, Д.Ғ.Ҡунаҡбаева, Р.Ф.Хамматова, Г.Ф.Хантимерова, А.Ф.Хисаметдинова, Г.Ғ.Хәмитова (художество етәксеһе), А.Ф.Хәсәнова, А.Ф. Әбсәләмов һ.б. Спектаклдәрҙе БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.М.Бикбаева, Р.С.Нурмөхәмәтов, Р.С.Үтәев (1‑се художество етәксеһе), Х.Х.Фәхретдинов, Хәмитова, Ф.Н.Әсәнов һ.б. сәхнәгә ҡуя; рәссамдары: Г.Р.Мөхәмәтшина, Х.Ғ.Рәжәпов, А.Ю.Иванова. Респ. үҙешмәкәр театр сәнғәте фестивалдәре (1967, 1974, 1978, 1986), “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) үҙешмәкәр сәнғәт конкурсы (Өфө, 2010) лауреаты, “Алтын тирмә” Төбәк‑ара милли театрҙар фестивале дипломанты (Өфө, 2009).

Тәрж. Г.С.Балтабаева