ПШЕНИЧНЮК Анатолий Иванович (16.11.1949, Дәүләкән ҡ.), физик. Физика-матем. ф. д-ры (2001). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы ин-тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. – төп ғилми хеҙм-р. Фәнни тикшеренеүҙәре конденсирланған хәл физикаһы проблемаларына арналған. П. тарафынан үтә һығылмалы деформацияның тасуирлауҙың мезо һәм макроскопик кимәлдәре араһындағы бәйләнеште күрһәткән  моделе (В.В.Астанин, О.Ә.Ҡайбышев м-н берлектә) һ.б. әҙерләнгән, физик материалдарҙы өйрәнеү ғилеме өлкәһендәге тикшеренеүҙәр ваҡытында файҙаланылған мезокимәлдең деформацияланыу механизмдары һ.б. өйрәнелгән. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сверхпластичность и границы зёрен в ультрамелкозернистых материалах. М., 2008 (авторҙ.).

А.Ә.Назаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика