ПУШКАРЁВА Марина Алексеевна (7.1.1965, Өфө), философ. Филос. ф. д‑ры (2006). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ, 1994 й. алып Өфөнөң 135‑се мәктәбендә эшләй. 2000 й. башлап Көнсығыш иҡт.- юридик гуманитар акад., бер үк ваҡытта М.А.Шолохов ис. Мәскәү дәүләт гуманитар ун‑тының Өфө филиалында, 2014 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге Ф.Шеллингының филос. системаһын, “күренмәгән эшмәкәрлек” һәм “потенциаль йәшәйеш” категорияларын, азатлыҡ философияһын өйрәнеүгә арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Понятие неявной деятельности и проблема его философской концептуализации. Уфа, 2001; Идея свободы в её трансцендентально- системном представлении. Уфа, 2005; Проблема языка в гносеологии и социальной теории. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика