ПУТИН Владимир Владимирович (7.10.1952, Ленинград), дәүләт эшмәкәре, РФ Президенты (2000—08). Иҡт. ф. канд. (1997). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) дәүләт именлеге органдарында эшләй. 1990 й. алып ЛДУ ректорының халыҡ-ара мәсьәләләр б‑а ярҙамсыһы, Ленинград ҡала советы рәйесе советнигы. 1991 й. башлап С.‑Петербург ҡала хакимиәтенең тышҡы бәйләнештәр ком‑ты рәйесе, бер үк ваҡытта 1994 й. алып С.‑Петербург хөкүмәте рәйесенең 1‑се урынбаҫары. 1996 й. алып РФ Президенты эштәре идарасыһы урынбаҫары, 1997 й. — РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары—РФ Президентының Баш контроль идаралығы нач., 1998 й. — РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең 1‑се урынбаҫары. 1998 й. июленән РФ‑тың Федераль именлек хеҙмәте дир., бер үк ваҡытта 1999 й. мартынан РФ Именлек советы секретары. 1999 й. авг. башлап РФ Хөкүмәте Рәйесе, 1999 й. дек. — 2000 й. майында РФ Президенты вазифаһын башҡарыусы. 2008 й. майынан РФ Хөкүмәте Рәйесе. “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе (2008 й. алып). 2000 й. 22 мартында БР‑ға рәсми визиты ваҡытында ӨМЭПБ‑ға, 2001 й. 10 июнендә — Өфө р‑нының Алексеевка а. Спас Нерукотворный ҡорамына, “Ләлә-Тюльпан” мәсетенә (Никон II, Т.С.Тажетдин м‑н осраша), 2003 й. 4 ғин. — ӨДНТУ‑ға, “Каруанһарайға; 2002 й. 8 июлендә Өфөнөң Көньяҡ зыяратына Германиялағы авиаһәләкәтҡорбандары ҡәберенә (ҡара: Техноген һәләкәттәр) бара. 2007 й. 11 окт. Башҡортостандың Рус дәүләт енә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләүҙә ҡатнаша, РФ Дәүләт советының күсмә ултырышы (Өфө) эшенә етәкселек итә.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика