ПУТИЛОВКА БИЛӘМӘҺЕ, Фёдоровка мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Һуң бронза быуатына ҡарай. Силәбе өлк. Троицк р‑ны Степной а. көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта Уй й. һул ярында урынлашҡан. 1950 й. К.В.Сальников тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1981—82 йй. Г.Б.Зданович һәм А.Д.Таиров тикшерә. Ҡурғанлы (диам. 12—16 м, бейеклеге 0,9 м), түңәрәк йәки тура мөйөш формаһындағы таш кәртәле ҡәберлектәргә ҡарай. 27 ҡурған табылған, 8‑е өйрәнелгән. Ерләү ҡоролмалары таш йәшникле (2,15— 1,88 м) йәки ағас япмалы ҡәбер соҡорҙарынан (тәрәнлеге 0,3—1,1 м) ғибәрәт. Мәйеттәр йола б‑са яндырылған, таш йәшниктең көнсығыш өлөшөндә мәйеттең һөйәктәре, көнбайышында 1 йәки 2 һауыт урынлаштырылған. Ҡәберҙә бронза бысаҡ һәм алтын фольгаға төрөлгән 2 сикә сулпыһы, һауыт‑һаба, хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы Андрон мәҙәни‑тарихи берлегенә ҡараған Фёдоровка мәҙәниәтенең үҫеш үҙенсәлектәрен күрһәтә.

Т.С.Малютина

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика