ПУТЕНИХИН Валерий Петрович (20.5.1957, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), популяцион генетик. Биол. ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Ҡариҙел, Архангел р‑ндары, Өфө (39‑сы) урта мәктәптәрендә уҡытыусы. 1983 й. алып Өфө урман хужалығы производство берекмәһендә, 1985 й. — Биохимия һәм цитохимия бүлегендә, 1988 й. — Ботаника баҡса‑институтында: 1992—93 йй. дир. урынбаҫары, 1995 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2003 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре фенотипик үҙгәреүсәнлекте, популяцион дифференциацияны, интрогрессив гибридлаштырыуҙы, Урал һәм БР‑ҙың ағас үҫемлектәренең микроэволюцияһын өйрәнеүгә, уларҙың интродукцияһына һәм урмандарҙың генофондын һаҡлап ҡалыуға арналған. П. тарафынан урман генетик резерваттары табыла, дендрологик тәбиғәт ҡомартҡылары асыла, гибрид‑орлоҡ плантациялары булдырыла, ағас үҫемлектәрҙең декоратив формалары интродукциялана, ағас төрҙәрен популяция нигеҙендә генетик яҡшыртыу ысулдары эшләнә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Лиственница Сукачёва на Урале: Изменчивость и популяционно‑генетическая структура. М., 2004 (авторҙ.); Ель сибирская на Южном Урале и в Башкирском Предуралье (популяционно‑генетическая структура). М., 2005 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика