ПУСТАРНАКОВ Владимир Фёдорович (5.5.1934, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Воскресенка а. — 6.2.2001, Мәскәү), философ. Филос. ф. д‑ры (1982). Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ин‑тын тамамлаған (1958). 1959 й. алып РФА‑ның Философия ин‑тында эшләй (Мәскәү). Фәнни тикшеренеүҙәре рус мәғрифәте, марксизм философияһына, рус филос. фекеренең нығыныуы һәм уның Көнбайыш Европа философияһы м‑н бәйләнештәре мәсьәләһенә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: “Капитал” К.Маркса и философская мысль в России. М., 1974; Философия Просвещения в России и во Франции: опыт сравнительного анализа. М., 2001; Философская мысль в Древней Руси. М., 2005.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика