ПУРИК Эльза Эдуардовна (22.2.1961, Бөрө ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2003), проф. (2012). Дизайнерҙар союзы ағзаһы (2011). Э.Ш.Хәмитовтың ҡыҙы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) — 45‑се урта мәктәп, 1984 й. алып 4‑се Респ. художество мәктәп-интернаты (икеһе лә — Өфө) уҡытыусыһы. 1986 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта (2005 й. алып һынлы сәнғәт каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге һынлы сәнғәт белеме тарихына һәм теорияһына арналған. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. дөйөм белем биргән уҡыу йорттары өсөн һынлы сәнғәт б‑са дәреслектәр, авторы.

Х е ҙ м.: Управление художественно‑творческой деятельностью школьников на уроках изобразительного искусства. Челябинск, 2001; Проблемы современного художественного образования школьников. Уфа, 2012; Архитектурный рисунок: современные технологии обучения. Новосибирск, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика