ПТЕРИДОЛОГИЯ (гр. pteris — абаға һәм ...логия), ботаниканың птеридофлораны (абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар) өйрәнгән бүлеге. Башҡортостан птеридофлораһы т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр 1768—74 йй. Академик экспедицияларҙа ҡатнашҡан И.И.Георгиҙың (3 төр абаға һәм 2 төр көкөрт үләне барлығын билдәләй), И.П.Фальктың (вудсиялар һәм асплениумдың бер нисә төрө) һ.б. фәнни хеҙмәттәрендә бар. 19 б. 30‑сы йй. Х.Ф.Лессинг птеридофиттарҙың 7 төрөн, ш. иҫ. ҡырҡбыуындың 1 төрөн, аса. Птеридофлора т‑да мәғлүмәттәр ш. уҡ — А.А.Бунге, Я.К.Нестеровский һ.б., 19 б. аҙ. — С.И.Коржинский, О.А. һәм Б.А.Федченко, Ю.Шелль, 1913 й. А.К.Носков (Бөрө ҡ. тирә- яғында үҫкән 7 төр абаға һымаҡтарҙы һәм 6 төр ҡырҡбыуын һымаҡтарҙы телгә ала) эштәрендә килтерелә. Башҡортостан комплекслы экспедицияһы ҡатнашыусылары И.М.Крашенинников, А.Э.Линд, И.В.Новопокровский һ.б. П., атап әйткәндә, птеридофлораның ареалдарын асыуға, уның ҡайһы бер төрҙәренең көнкүрештә һәм халыҡ медицинаһында ҡулланылышын асыҡлауға ҙур өлөш индергән. Е.Н. Клобукова- Алисованың тикшеренеүҙәренә ярашлы, респ. птеридофиттары араһында дарыу үҫемлектәре (баҫыу ҡырҡбыуыны, ир туйыр абағаһы), ағыулы үҫемлектәр (ҡышлаған ҡырҡбыуын, һаҙ ҡырҡбыуыны һ.б.) һәм буяу үҫемлектәре (бер йыллыҡ көкөрт үләне, суҡмар көкөрт үләне) бар. 20 б. 2‑се ярт. П. б‑са тикшеренеүҙәр птеридофлора интродукцияһы, запастарын билдәләү һәм һаҡлау маҡсатында үткәрелә. Биология институтында — һирәк осраған птеридофлора төрҙәренең яңы тереклек итеү урындары (Е.В.Кучеров, А.Ә.Мулдашев һ.б.), БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) ир туйыр абағаһы запастары (В.С.Мөхәмәтшина, С.С.Хәйретдинов) асыла. 21 б. башынан Биология ин‑тында көкөрт үләне һәм абағаның һирәк осраған төрҙәренең биологияһын, экологияһын, ареалдарын тикшереү алып барыла, уларҙы һаҡлау б‑са саралар эшләнә, Ботаника баҡса‑институтында Л.М.Абрамова етәкс. Йомағужа һыуһаҡлағысының һыу баҫҡан зонаһынан сығарылған альп вудсияһын, Дайк бөрсөклө абағаһын һ.б. үҫемлектәрҙең генофондын һаҡлап ҡалыу маҡсатында интродукциялау тормошҡа ашырыла.

Әҙәб.: Ш е л л ь Ю. Материалы для ботанической географии Уфимской и Оренбургской губерний (споровые растения) //Труды общества естествоиспытателей при Императорском Казанском университете. Казань, 1883. Т.12. Вып.1; К л о б у к о в а ‑ А л и с о в а Е.Н. Дикорастущие полезные и вредные растения Башкирии. Т.1. М.; Л., 1958.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика