АТ КУЛЬТЫ. Ат башҡорттарҙың иң изге хайуандарының береһе булып тора; был халыҡтың ауыҙ‑тел ижадында, хөрәфәттәрендә һәм йолаларында сағылған. Легенда һәм риүәйәттәрҙә ат — изгелекле яҡлаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы. Башҡорттарҙың инаныуҙарында аттарҙың сығышы бихисап хужа‑эйәләр, ш. иҫ. ат эйәһе йәшәгән күк (Юғары) һәм һыу аҫты (Түбәнге, теге донъя) донъяһы м‑н бәйле. Батырҙарҙың аты — һыу эйәһенең йәки аллаларҙың бүләге. Күктән төшкән аттар аҡ (Аҡбуҙат; ҡара: “Урал батыр”), һыуҙан сыҡҡандары ҡара төҫтә (ҡара: “Аҡһаҡ ҡола”) булған. Ҡанатлы толпар — башҡ. фольклорында популяр образдарҙың береһе. “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостары, “Йылҡысыҡҡан күл” риүәйәте б‑са, иң шәп саптарҙар Һыу аҫты батшалығынан (Асылыкүл, Аҡзыярат, Шүлгән күлдәре) күтәрелгән. Һәләк булған йәки ҡорбанға килтерелгән атты күмеү иртә тимер дәүеренең (ҡара: Тимер быуат) төрки телле көньяҡ Урал ырыуҙарының ерләү йолаһы компоненттарының береһе булған, был турала ҡәберлектәрҙә табылған һөлдәләр һәм ат кәрәк‑ярағы (өҙәңгеләр, айылдар, эйәрҙәр һ.б.) һөйләй. “Күсәк бей” (ҡара: “Бабсаҡ менән Күсәк”) эпосында ҡыпсаҡ ырыуы башлығы Бабсаҡ Ҡарагир исемле һуғыш атында ҡоралы м‑н бергә күмелгән; Р.Г.Игнатьев “Рус география йәмғиәтенең яҙмаларында” (“Записки Русского географического общества”) Бәләбәй өйәҙендәге “баһадирҙар ҡурғандары”нда яу аттары м‑н бергә ерләнгән батырҙар т‑да яҙа. Атҡа табыныу уның кәүҙә өлөштәренең тылсымлы көскә эйә булыуы т‑дағы ышаныуға бәйле. Хөрәфәттәр б‑са, ат күҙе кешенән йәшеренгән әйберҙәрҙе күреүгә һәләтле; күбеге һәм тире сирҙән дауалай, йылан сағыуҙан, күҙ тейеүҙән һаҡлай һ.б. Яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу өсөн атты өйгә индергәндәр, ә умарта өҫтөнә, кәртә һайғауҙарына һәм ҡапҡа башына уның баш һөйәген элгәндәр; аттың ялынан йәки тиреһенән үрелгән бауҙы һаҡлағыс итеп файҙаланғандар. Йыланды аттың тире һеңгән ҡамсы м‑н һуғыу уның өсөн үлемесле һаналған; даға табыу яҡшы ырым була, уны тупһаға, өй һәм кәртә‑ҡура ишеге башына беркеткәндәр.

Әҙәб.: Сагитов М.М. Отражение культа коня в башкирском народном творчестве //Вопросы башкирской фольклористики. Уфа, 1978; Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина