ПСИХРОФИТТАР (гр. psychros – һыуыҡ һәм ...фит), һыуыҡ урында тереклек итеүсе үҫемлектәр. Башҡортостанда башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бореаль тайга зонаһында һәм тау тундраһында таралған. Тамыры һыуҙы насар үҙләштергәнгә, дым етерлек булғанда ла уға ҡытлыҡ кисерә. П. ксерофиттарҙың ҡайһы бер морфологик билдәләре – тар (өркә), күп йыллыҡ ҡалын ҡабыҡлы (ҡыҙыл көртмәле) һәм төклө (һаҙанаҡ) япраҡтар, ҡалын тышлы, батынҡы ауыҙсаһы булған, ҡыш көнө ыҫмала тығын м‑н ҡапланған (ылыҫлылар) эпидермистар – булыуы ошоноң м-н аңлатыла. П. ш. уҡ мезофиттарға хас һыҙаттары бар: эре күҙәнәк һәм япраҡтың көпшәк туҡымаһында күҙәнәк аралығы. П. араһында ағастар (аҡ шыршы, шыршы), ҡыуаҡлыҡтар (арктика талы, ҡара көртмәле), ваҡ ҡыуаҡлыҡтар (ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге) һәм үләндәр (күрән,өркә) бар. Күп П. сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә, сөнки торф – яҡшы йылы һаҡлай. Декоратив үҫемлектәр (енисей зыягөлө,шыршы һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге һ.б.), улар ш. уҡ медицинала ҡулланыла. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына П. 42 һирәк төрө (ҡылсыҡлы ағуна үләне, һаҙ мунсағы, ябай ҡоро көртмәле һ.б.), ш. иҫ. эндемиктар (Крылов зыягөлө, урал лаготисы һ.б.), реликттар (арктика талы, Ледебур еҙүләне һ.б.) индерелгән. Урал нескәгөлөш. уҡ РСФСР-ҙың Ҡыҙыл китабына ингән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика