ПСИХОЛОГИЯ (психо... һәм ...логия), кешеләрҙең һәм хайуандарҙың психик тормошо законлылыҡтары, механизмдары һәм факттары т‑дағы фән. Тәүҙә П. өйрәнгән күренештәр “күңел” тигән дөйөм термин эсенә алына һәм философияның бүлеге була, 16 б. П. тип атала башлай. 17—18 бб. механистик филос. нигеҙендә психикаға детерминистик ҡараш формалаша. 19 б. уртаһында физиология м‑н сиктәшлектә эксперименталь П. барлыҡҡа килә. 19 б. аҙ. П. үҙ аллы предмет булараҡ формалаша. Йәш П., дифференциаль П., зоопсихология, инженер П., космос П., мед. П., пед. П., соц. П., юридик П. һ.б. тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала.

Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Педагогия университетында психология каф. асылыу м‑н шәхес П. һәм уның үҙбилдәләнеше (В.Ф.Сафин), психодидактика, үҫеш биреүсе уҡытыу һәм нравология (Ә.З.Рәхимов), пед. аралашыу П. (Р.М.Фәтихова), студенттарҙа когнитив мәҙәниәт формалаштырыу (И.И.Әхтәмйәнова); психология ф‑ты асылғандан алып (2001) — балалыҡ осоронда конфликттарҙы хәл итеүҙең һәм хоҡуҡи фекерләүҙең соц.‑психологик аспекттары (А.И.Сорокина), шәхес психодиагностикаһы (Т.С.Чуйкова), ғаилә П. (М.В.Нухова) һ.б.; Арканзас ун‑тының (АҠШ) психология һәм консультациялау ф‑ты м‑н берлектә кросс-мәҙәниәт (Чуйкова) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Башҡорт дәүләт университетында 1980—2004 йй. индивидуаль айырымлыҡтар психофизиологияһы (Г.А.Әминев) өлкәһендә комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелә; мәктәп уҡыусыларының когнитив П. һәм әхлаҡи инаныуҙары үҫешенең психологик механизмдары (С.И.Ғәләүетдинова) һ.б. өйрәнелә. Авиация техник университетында “Сәләмәтлек сығанаҡтары” диагностика комплексын ҡулланып психофизиологик тикшеренеүҙәр үткәрелә (Г.И.Мокеев, Е.Г.Мокеева һ.б.); Медицина университетында — мед. кадрҙарын әҙерләүҙең психологик‑пед. аспекттары һәм дауалау процесында психологик оҙатыу проблемалары (А.Ф.Әмиров); Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында — менеджерҙар һәм эшҡыуарҙар шәхесе, идара итеүгә яраҡлашыу һәм персоналға идара итеүҙе соц.‑психологик оҙатыу (А.Р.Ҡудашев), гендер мөнәсәбәттәре П., суд-психологик экспертиза теорияһы һәм практикаһы (Е.Н.Мәхмүтова), соц. интеллект П. (С.В.Щербаков); Стәрлетамаҡ педагогия академияһында – шәхестең үҙен күрһәтеү һәм белгесте проф. әҙерләүгә контекслы ҡараш (Т.Д.Дубовицкая), психофизиология һәм психик сәләмәтлек (Ф.Х.Ураҙаева), виртуаль П. (С.Х.Әсәҙуллина) проблемалары; Бөрө социаль-педагогия академияһында – П. тарихы (Л.Ф.Баянова), фекерләү П. (О.Я.Беляева); Юридик институтта – оператив-эҙләү, соц. һәм экстремаль П. проблемалары (Э.Р.Исхаҡов); Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында П. һәм психосоматик ҡаҡшауҙар (Л.В.Фәрхетдинова, Х.М.Әхмәҙуллина), шәхестең һәм тирә-яҡ мөхиттең бер‑береһенә үҙ‑ара йоғонто яһауының соц.-психологик аспекттары (Р.Р.Зиннәтуллина), соц. яраҡлашыу механизмдарының психологик көйләү роле (С.А.Башкатов) һ.б. өйрәнелә. 1985—2004 йй. Башҡ‑н психологик йәмғиәте (рәйесе Әминев) эшләй. 2003 й. алып Рәсәй мәғариф психологтары федерацияһының БР‑ҙағы төбәк бүлексәһе эш итә (ҡара: Ғилми йәмғиәттәр). Шулай уҡ ҡара: Нейролингвистик программалау, Психологик коррекция, Психологик экспертиза.

Р.М.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика