ПСИХОЛОГИЯ ХЕҘМӘТЕ, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларҙың психологик һаулығын тәьмин итеү, уҡытыу һәм тәрбиә эшенең сифатын күтәреү маҡсатында психологтарҙың ғәмәли эшмәкәрлеген ойоштороу системаһы. Мәғарифтың психология хеҙмәте “Мәғариф тураһында” РФ Законына (1992), “Психологик-педагогик һәм медик-социаль ярҙамға мохтаж балалар өсөн белем биреү учреждениеһы хаҡындағы типовой положениены раҫлау тураһында” РФ Хөкүмәте ҡарарына (1998), РФ Мәғариф министрлығы системаһындағы ғәмәли психология хеҙмәте т‑дағы положениеға (1999), «“Халыҡҡа психологик‑педагогик ярҙам күрһәтеү үҙәге” дәүләт (муниципаль) учреждениеһы эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса методик тәҡдимдәрҙе раҫлау тураһында» РФ Хеҙмәт һәм социаль үҫеш министрлығы ҡарарына (2000) һ.б. ярашлы эш итә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: психологик ағартыу, иҫкәртеү, консультация биреү, психодиагностика, психологик коррекция, психологик экспертиза. Балаларҙы үҫтерә торған тормош рәүешен формалаштырыуға, өҙлөкһөҙ белем алыуҙың бөтә этаптарында ла уларҙың индивидуаллегенә, ижади һәләттәренең үҫешенә, уҡыуға ыңғай ҡараш тыуҙырыуға, ш. уҡ шәхес һәм соц. үҫеш боҙолоуҙың психологик сәбәптәрен асыҡлауға һәм уларҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә. П.х. составына бөтә төр белем биреү учреждениеларының, психологик‑пед. һәм медик‑соц. ярҙамға мохтаж балаларға белем биреү учреждениеларының пед.‑психологтары, психологик‑пед. һәм медик‑соц. комиссиялар, ғилми учреждениелар, юғары уҡыу йорттарының подразделениелары, мәғарифҡа идара итеү органдарының үҙәктәре һ.б. инә. Рәсәй мәғариф акад. учреждениелары һәм ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау, опека һәм попечителлек, эске эштәр, прокуратура органдары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Рәсәйҙә П.х. ойоштороу 1988 й. мәктәп психологы вазифаһын индереүҙән башлана (СССР Халыҡ мәғарифы б‑са дәүләт комитеты ҡарары). Башҡортостанда тәүге тапҡыр 41‑се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә (Өфө) психолог ставкаһы индерелә, Педагогия университетында ғәмәли психологтар әҙерләү курсы (етәксеһе В.Ф.Сафин) ойошторола, 1993 й. пед. һәм психология ф‑ты асыла. 1989 й. Мәғарифты үҫтереү институтында психологтар әҙерләү курсы ойошторола (етәксеһе В.Б.Стрелков). Өфөлә “Индиго” ҡала психологик‑медик‑пед. үҙәге (1990 й. нигеҙләнгән), Респ. ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә соц.‑психологик ярҙам үҙәге, “Саторис” психологик‑пед. реабилитациялау һәм коррекциялау үҙәге, “Журавушка” медик‑пед. үҙәге, БДПУ‑ның “Универсум” психологик ярҙам үҙәге, Өфөнөң Дим р‑ны психологик‑медик‑соц. оҙатыу үҙәге, “Ышаныс” халыҡҡа комплекслы соц. хеҙмәт күрһәтеү терр. үҙәге һ.б., Бәләбәй, Белорет, Мәләүез, Туймазы ҡҡ. психологик ярҙам үҙәктәре эшләй. 2001 й. “Индиго” үҙәгендә “Ышаныс телефоны” психологик ярҙам хеҙмәте ойошторола. 1993 й. “Өфө—Төньяҡ” (етәксеһе Н.Г.Варакин) һәм “Өфө—Көньяҡ” (Т.С.Власкина) психологик‑медик‑пед. комиссиялары, 1998 й. Өфө ҡала халыҡ мәғарифы идаралығы эргәһендә педагог-психологтарҙың тәүге район методик берекмәләре, 1999 й. белем биреү учреждениеларындағы һәм психологик үҙәктәрҙәге ғәмәли мәғариф психологтарының эшмәкәрлеген көйләгән ижт. соц.‑психологик хеҙмәт советы (рәйесе Р.М.Фәтихова) ойошторола. 2003 й. алып Рәсәй Мәғариф психологтары федерацияһының БР‑ҙағы төбәк бүлексәһе (ҡара: Ғилми йәмғиәттәр) эшләй. 2007 й. башлап Өфөлә йыл һайын “Йыл психологы” проф. конкурсы үткәрелә. Респ. ш. уҡ һаулыҡ һаҡлау, соц. тәьмин итеү, Хөкөм башҡарыу федераль хеҙмәтенең баш идаралығы системаһында, енәйәтселек‑башҡарма системаһында, пенитенциар холоҡ төҙәтеү учреждениеларында, таможня органдарында, янғын һүндереү идаралығында, ЭЭМ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эргәһендә һ.б. психологик хеҙмәт подразделениелары эшләй.

Р.М.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика