ПСИХОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, психология өлкәһендә юғары квали‑ фикациялы белгестәр әҙерләү системаһы; өҫтәлмә махсус белем биреү төрө, кешеләрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәттәре м‑н бәйле проф. бурыстарҙы хәл итеү өсөн төрлө тармаҡ белгестәрен әҙерләү. П.б.б. соц.‑гуманитар, тәбиғәт‑ғилми һәм дөйөм проф. психология дисциплиналарын, ш. уҡ педагогик әҙерлекте үҙ эсенә ала. Башҡортостанда П.б.б. Педагогия университетында “Мәктәпкәсә педагогика һәм психология” (1985), “Биология—психология” (1992), “Психология” (1997), “Педагогика һәм психология” (2000) һөнәрҙәрен асҡандан һуң үҫеш ала. Психология ф‑тында (2001 й. нигеҙләнгән) “Психология” һәм “Педагогика һәм психология” һөнәрҙәре б‑са психологтар, “Мәғарифта ғәмәли психология” профиле б‑са бакалаврҙар, “Үҫеш психологияһы” һәм “Педагогик психология” программалары б‑са магистрҙар әҙерләнә, “Ойоштороу психологияһы: консультация биреү һәм персоналға идара итеү”, “Юридик психология” өҫтәлмә проф. белем биреү программалары эшләй. Психология б‑са белемде ш. уҡ Башҡорт дәүләт университетының психология ф‑тында (2005 й. факультет‑ара “Психология” үҙәге базаһында асыла), БДУ‑ның Бөрө филиалының (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы) пед. һәм психология ф‑тында (1997 й. мәктәпкәсә пед. һәм психология ф‑ты базаһында асыла), БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалының (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы) пед. һәм психология ф‑тында (2003), Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында, Баш ҡала финанс-гуманитар академияһы, Мәскәү психология‑социология университеты, Хәҙерге гуманитар академия филиалдарында һ.б. алырға була. Өҙлөкһөҙ П.б.б. программаһы БДПУ, БДУ, Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. аспирантураларында, БДПУ‑ның Квалификация күтәреү һәм проф. йәһәттән яңынан әҙерләү ин‑тында, БДУ‑ның Өҫтәлмә белем биреү идаралығында, Мәғарифты үҫтереү институтында һ.б. тормошҡа ашырыла. БР‑ҙа П.б.б. үҫешенә Т.Д.Дубовицкая, А.Р.Ҡудашев, Ә.З.Рәхимов, В.Ф.Сафин, А.И.Сорокина, Ф.Х.Ураҙаева, Р.М.Фәтихова, Г.А.Әминев һ.б. ҙур өлөш индергән.

Р.М.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика