ПСАММОФИТТАР (гр. psammos – ҡом һәм ...фит), ҡомда үҫеүгә яраҡлашҡан үҫемлектәр. Башҡортостанда ҡомло тереклек итеү урындары тигеҙлек йылғалары үҙәне буйлап, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. түбәнге ағымдарында формалаша. Ташҡын осоронда ләм йыйылыу һөҙөмтәһендә үҫеп барған ҡомло субстраттарҙа үҫемлектәргә һауаның үтеп инеүе ауырлаша, шуға күрә П. кислород етешмәүҙән ҡотолоу өсөн өҫтәлмә тамырһабаҡ һәм тамырҙар барлыҡҡа килә. П. араһында күп йыллыҡ үҫемлектәр – үләндәр (ер өҫтө ҡолонғойроғо, себер аҡтамырсығы, ялған аҡтояҡ һ.б.), ҡыуаҡтар (талдарҙыңкүп төрҙәре), ағастар (аҡ тал, тирәк һ.б.) өҫтөнлөк итә. Бер йыллыҡ П. йәшәү циклы –  ташҡындан һуң һыуыҡ башланғанға тиклем (дөйә үләне һәм шыртүлән төрҙәре). П. аллювиаль өйөмдәрҙе нығыта һәм уларҙың эрозияһын кәметә. Ағас П. – ағас сығанағы, тал ҡабығы дарыу һәм техник сеймал булып тора. Сүсле үҫемлектәр (мурҙа талы, ялтыр сый һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә,сүллек һолобашы һ.б.), баллы үҫемлектәр (аҡ тал, ҡара тал һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (итальян шыртүләне, хуш еҫле үгеҙут һ.б.) һ.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына 12 П. (Карелин айрығы, мурт арышбаш, ялтыр сый һ.б.), ш. иҫ. эндемиктар – Карелин астрагалы,Коржинский татлы тамыры, реликт – алтай етенүләне индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика