ПРОЦИОН, Бәләкәй Эттең α‑һы, аҡ карлик йондоҙ м‑н ҡуш һары гигант йондоҙ (11‑се йондоҙ дәүмәле). Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,34. Диаметры Ҡояштыҡынан 1,8 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән 11 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. БР терр‑яһында байыусы йондоҙ. Февр. башында, төн уртаһында, П. офоҡ өҫтөнән 41° бейеклеккә күтәрелгән саҡ — күҙәтеү өсөн иң уңайлы осор. 2000 йй. БДУ‑ла йондоҙ астрофизик яҡтан тикшерелгән (У.Ш.Баязитов, А.Ҡ.Ғәлиев), унда П. элементтарының химик составы ғәмәлдә Ҡояштыҡына оҡшаш булыуы билдәләнгән.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика