ПРОХОРОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, П р о х о р о в к а I, иртә Сармат (Прохоровка) мәҙәниәтенең (ҡара: Сармат мәҙәниәте) археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Шарлыҡ р‑ны Прохоровка а. 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1911 й. асыла, 1916 й. С.И. Руденко, 2003—05 йй. Д.В.Мещеряков һәм Л.Т.Яблонский тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Бер‑береһенән 800‑әр м алыҫлыҡта 2 төркөм булып урынлашҡан 9 ҡурғандан тора; 30‑ға яҡын ҡәбер табылған. Мәйеттәр йөҙләнгән, киртләсле ҡәбер соҡорҙарында ерләнгән, коридор‑дромостар осрай. Керамика әүәләп эшләнгән балсыҡ һауыттарҙан тора. Ҡәберҙә ҡорал [баштары тура, балдаҡ һәм ураҡ рәүешендә булған тимер ҡылыстар, хәнйәрҙәр, һөңгө остары (ш. иҫ. алтын м‑н биҙәлгәндәре), эллин йәүшәне, алтын ҡалай м‑н ҡапланған һаҙаҡ элмәге, тимер һәм бронза уҡ башаҡтары], эйәр‑өпсөн (тимер ауыҙлыҡтар), биҙәүестәр (алтын айылдар, һырғалар, алтын, ал‑ тын ялатылған һәм көмөш муйын ҡулсалары, ҡабарынҡы өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән алтын тирәсле аҡыҡ сулпы, ҡара гәрәбә, мәрйен, аҡыҡ, гәрәбә, быяла муйынсаҡтар), бронза көҙгөләр, хайуан һөйәктәре табылған. Арамей телендә яҙыуҙар төшөрөлгән иран фиалдарынан эшләнгән көмөш фаларҙар (ат түшенә ҡуйыла торған айылдар), Көнсығыш Урта диңгеҙ яр буйынан килтерелгән табаҡ, Алғы Азиянан мәрмәр ониксынан эшләнгән һауыт, йәнлек стилендә эшләнеп, алтын м‑н ҡапланған ағас табаҡтар, мышы мөгөҙөнән яһалған таштабаҡ, таш ҡорбанлыҡ киҫәктәре асыҡланған. Ҡомартҡы иртә Сармат (Прохоровка) мәҙәниәтен билдәләү өсөн эталон булып иҫәпләнә. Материалдар Ырымбур тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Р о с т о в ц е в М.И. Курганные находки Оренбургской области эпохи раннего и позднего эллинизма. Петроград, 1918; Сокровища сарматских вождей. Оренбург, 2008.

В.К.Фёдоров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Яндекс.Метрика