ПРОФЕССИОНАЛЬ СОЮЗДАР, профсоюздар, граждандарҙың соц.‑иҡт. хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн уларҙы эш урынында һәм эштән тыш берләштергән ирекле ойошмалар. П.с. эшмәкәрлеге РФ‑тың “Профессиональ союздар, уларҙың хоҡуҡтары һәм эшмәкәрлек гарантиялары тураһында” (1996) һәм БР‑ҙың “Профессиональ союздар тураһында” (1993) закондары, РФ Хеҙмәт кодексы (2001) м‑н көйләнә. Тәүге, терр., терр. берекмәләрҙең (ассоциацияларҙың), төбәк-ара, төбәк-ара берекмәләрҙең (ассоциацияларҙың), Дөйөм Рәсәй, Дөйөм Рәсәй берекмәләренең (ассоциацияларының) П.с.бүлеп йөрөтөлә.

Башҡортостанда профсоюз ойошмалары (һайланма эшселәр ойошмалары, комиссиялары, эшселәр союздары) революция (1905—07) осоронда Көньяҡ Урал металлургия пр‑тиеларында, Өфө т. юл оҫтаханалары һәм деполарында забастовкалар ваҡытында барлыҡҡа килә. Һамар—Златоуст т. юлының почта-телеграф эшселәре П.с. бүлексәһе, Өфө һәм Стәрлетамаҡ уҡытыусылар союздары, Өфө губ. табиптары йәмғиәте һ.б. эш иткән. Революциянан һуң эшселәр синыфы ойошмалары эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Өфө губернаһында уҡытыусыларҙы, табиптарҙы, фельдшер-акушер хеҙм‑рҙәрен, ер үлсәүселәрҙе һ.б. берләштергән проф. йәмғиәттәр эшләп, уларҙың төп бурысы үҙ ағзаларының иҡт. мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың мәҙәни-белем кимәлен күтәреүгә ҡайтып ҡалған. Революция (1917) осоронда П.с. күпләп барлыҡҡа килеп, уларҙың эшмәкәрлегенә Өфө губерна П.с. советы (1917 й. июнендә ойошторолған) йүнәлеш биргән. РСДРП‑ның Өфө төркөмө составында профсоюз эшен ойоштороу б‑са комиссия эшләгән. П.с. күпселеге большевиктарға ярҙам күрһәткән. 1917 й. дек. проф. союздар берлеге (1917 й. нояб. ойошторолған; губерна һәм өйәҙ земстволары, почта-телеграф учреждениелары хеҙм‑рҙәрен һ.б. берләштергән) дәүләт учреждениелары эшен туҡтатҡан забастовка уҙғарған. П.с. производство өҫтөнән эшсе контроле урынлаштырған, коллектив килешеүҙәр төҙөп, уға ҡул ҡуйҙырыуға өлгәшкән; П.с. ағзалары дәүләт һәм хужалыҡ органдарына эшкә ебәрелгән, дәүләт учреждениелары өсөн кадрҙар һайлап алыуҙа ҡатнашҡан. Граждандар һуғышы ваҡытында күп П.с. үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡан. П.с. 1‑се Өфө губерна конференцияһында (1919 й. сент.) һәм 1‑се Бөтә башҡ. съезында (1920 й. февр.) Өфө губ. һәм Бәләкәй Башҡортостанда профсоюздар хәрәкәтен тергеҙеү т‑да ҡарар сығарылған. П.с. халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙа, наҙанлыҡты бөтөрөүҙәҡатнашҡан, иптәштәр суды эшмәкәрлегенә етәкселек иткән. Яңы иҡтисади сәйәсәт шарттарында П.с. төп бурыстары булып ялланма эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, производствола соц.‑иҡт. мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа коллектив килешеү формаһын ҡулланыу, П.с. эшһеҙ ағзаларына ярҙам күрһәтеү, дәүләт страховкаһы органдары эшмәкәрлеген, эшселәр һәм хеҙм‑рҙәргә мед. ярҙамы күрһәтеүҙе контролдә тотоу иҫәпләнгән. П.с. юғары уҡыу йорттарын һәм эшселәр факультеттарын комплектлауҙа ҡатнашҡан; физик культура-спорт эшмәкәрлеген ойошторған, профсоюз ял йорттары селтәрен булдырған. Беренсе биш йыллыҡтар (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) ваҡытында П.с. социалистик ярышты үҫтереүгә (ш. иҫ. Пермь һәм Силәбе өлк., Ҡырым АССР‑ы пр‑тиелары коллективтары м‑н); дәүләт, хужалыҡ һәм профсоюз органдарының етәксе вазифаларына производство алдынғыларын күтәреүгә булышлыҡ иткән. 30‑сы йй. з‑д һәм ф‑ка коллективтары учреждениеларҙы(Өфөлә — 50 дәүләт учреждениеһын) шефлыҡҡа алған. 1933 й. дәүләт соц. страховкаһы системаһына идара итеү П.с. күскән. 40‑сы йй. уртаһынан П.с. функциялары, соц. базаһы эҙмә-эҙлекле киңәйеп, П.с. ғәмәлдә барлыҡ эшселәрҙе, колхозсыларҙы, хеҙм‑рҙәрҙе, юғары уҡыу йорто студенттарын, техникум һәм уч‑ще уҡыусыларын берләштергән ойошмаға әүерелә башлай. 80‑се йй. уртаһында П.с. ҡарамағында 416 клуб, мәҙәниәт йорто һәм һарайы, 260 китапхана (4,8 млн дана китап фонды м‑н), 1148 кино ҡоролмаһы (ш. иҫ. 470 к/ф бушлай күрһәтеү өсөн) булған; П.с. аҡсаһына 35 стадион, 266 спорт залы, 42 бассейн, 165 саңғы базаһы, 147 атыу тиры төҙөлгән. 90‑сы йй. алып П.с. эш биреүселәр һәм дәүләт власы органдары м‑н соц. партнёрлыҡ системаһын үҫтерә, ҡайһы бер тармаҡ П.с. хеҙмәт ярыштары ойоштора. 1991 й. башлап БР П.с. федерацияһы, БР‑ҙың Эш биреүселәр берекмәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында Ген. (2008 й. алып Республика) килешеүҙәр төҙөлә. Етәксе органы — БР П.с. федерацияһы (1922 й. Өфө губерна һәм Бөтә башҡ. П.с советтарын берләштереп, Башҡ‑н өлкә П.с. советы булараҡ ойошторолған, 1937—48 йй. эшләмәгән, 1991 й. хәҙ. исемен алған; Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ П.с. ағзаһы). 1932 й. 917 тәүге профсоюз ойошмаһы иҫәпләнгән (124,37 мең кеше), 1950 й. — 5488 (409,4 мең), 1967 й. — 171 (1126,0 мең), 1980 й. — 10149 (1787,62 мең), 2000 й. — 9451 (1432,25 мең), 2008 й. — 7128 (1050,78 мең). Өфө губерна П.с. советы рәйестәре: М.А.Плотников (1917 й. июненән), П.А.Драницин (1917 й. окт. алып), В.С.Павлов (1918 й. июненән), Ю.Н.Паперный (1919 й. июненән), А.М.Бахутов (1919 й. сент. алып), В.Д.Заикин (1920 й. июненән); Бөтә башҡ. П.с. советы (Бәләкәй Башҡортостан) рәйестәре: М.В.Войцехович (1920 й. февр. алып), М.С.Муравьёв (1921 й. дек. алып); Башҡ‑н өлкә П.с. советы рәйестәре: Заикин (1922 й. алып), С.Т.Галкин (1925 й. июненән), Н.С.Опарин (1925 й. дек. алып), Н.Я.Бычков (1928 й. алып), Н.М.Әхмәҙиев (1936 й. мартынан), А.П.Ломакин (1936 й. июленән), В.И.Улин (1948 й. алып һәм 1953 й. башлап), Т.А.Фокин (1952 й. алып), Н.М.Поляков (1954 й. алып), С.Ш.Бикбов (1956 й. алып), Т.Ш.Дәүләтбаев (1972 й. алып), А.Ш.Ихсанов (1982 й. алып), Ю.А.Маслобоев (1988 й. алып); Стәрлетамаҡ өлкә П.с. советы рәйесе — Н.А.Кувшинов (1953 й. апр.—майы); БР П.с. федерацияһы рәйестәре: Маслобоев (1991 й. алып), Ә.М.Сәмерханов (1994 й. алып). Тәүге профсоюз ойошмалары һәм ағзаларының иҫәбен диаграммала ҡарағыҙ.

Әҙәб.: Филимонов М.А. Сила профсоюзов в единстве: очерки истории. Уфа, 1997; шул уҡ. Профсоюзы Башкортостана в XX веке: социальные ориентиры и опыт практической деятельности. Уфа, 2002; В единстве действий — наша сила: этапы, события, люди. Уфа, 2006.

М.А.Филимонов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

БАШҠОРТОСТАНДА ТӘҮГЕ ПРОФСОЮЗ ОЙОШМАЛАРЫ ҺӘМ АҒЗАЛАРЫНЫҢ ИҪӘБЕ

йылдар

ойошмалар иҫәбе

ағзалар иҫәбе (мең кеше)

1922

 

115*

1932

917

124

1948

2312

337

1950

5488

409

1959

5921

655

1967

8171

1126

1975

9823

1438

1980

10149

1788

1985

10087

1947

1995

11635

1746

2000

9451

1432

2005

8176

1176

2008

7128

1051

 

*1928 й. 638 тәүге профсоюз ойошмаһы иҫәпләнгән.

Яндекс.Метрика