“ПРОНТО-УФА”, медиахолдинг, ЯСЙ. 1993 й. окт. ойошторолған. Баш пр-тиеһы Өфөлә урынлашҡан, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск, Ырымбур, Силәбе ҡҡ. филиалдары бар. “Из рук в руки” (“Ҡулдан ҡулға”; 1993) түләүһеҙ иғландар гәз., “Строительство Ремонт мебель” реклама-мәғлүмәт ж. (“Төҙөлөш. Ремонт. Мебель”; 2003 алып) сығара, интернет-реклама алып бара. 2008 й. 400 кеше эшләгән. Ген. дир. – С.В.Попалышев.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Яндекс.Метрика