ПРОКУРАТУРА (лат. procurare — хәстәрләү), енәйәт эштәрен асыҡтан‑асыҡ тикшереү өсөн тәғәйенләнгән дәүләт органдары системаһы. РФ П. эшмәкәрлеге “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында”ғы законға (1992 й. 17 ғин.) ярашлы ғәмәлгә ашырыла. П. органдары бурыстарына енәйәт эштәре асыу һәм тәфтиш үткәреү, судта дәүләт исеменән ғәйепләүҙе яҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш б‑са хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеген көйләү һ.б. инә. Шулай уҡ суд эшмәкәрлеген, хөкөм ҡарарҙарының үтәлешен, яза ваҡытын үткәндә закондың үтәлешен һ.б. күҙәтә. П. составында Ген. П., федераль округтарҙың Махсус П. идаралыҡтары, РФ субъекттары, ҡала һәм райондар П., Баш хәрби П., Ген. П. академияһы һ.б. була. Ген. П. м‑н РФ Ген. прокуроры етәкселек итә (РФ Президенты күрһәтеүе б‑са Федерация Советы тарафынан вазифаға тәғәйенләнә һәм бушатыла). Рәсәйҙә П. 1722 й. ойошторола, уға Сенаттың ген.‑прокуроры (1802 й. алып бер үк ваҡытта юстиция министры), обер‑прокурор һәм коллегиялар эргәһендәге прокурорҙар ингән. 1775 й. тиклем ҡайһы бер губерналарҙа провинция прокурорҙары вазифаһы ла була, “Губер‑ наларҙағы учрежденилар тураһында” ғы (1775) закон акты нигеҙендә һәр губернала губерна прокурорҙары, губерна һәм өйәҙ стряпчийҙары эшләй. Ырымбур губернаһында — Исәт һәм Өфө провинцияһы прокурорҙары, 1775 й. башлап Ырымбур губерна прокуроры, 2 губерна һәм 12 өйәҙ стряпчийы, Урал казак ғәскәренең 1 ғәскәри прокуроры (1867 й. Баш хәрби П. булдырылғанға тиклем) эшләй. Өфө губернаһы ойошторолоу м‑н Ырымбур һәм Өфө губ. өсөн Ырымбур губерна прокуроры етәкселегендә бер П. эш иткән, айырым Өфө губерна П. 19 б. 60‑сы йй. аҙ. ойошторолған, тип фараз ителә. Суд реформаһына (1864) ярашлы һәр суд округында (Өфө һәм Ырымбур губ. — 1892 й. алып) Суд палатаһы прокуроры һәм урынбаҫарҙары, суд тәфтишселәре м‑н бергә округ суды прокурорҙары вазифаһы индерелгән. Ырымбур һәм Троицк округ суды прокурорҙары — Һарытау суд палатаһы прокурорына, Өфө округ суды прокуроры Ҡазан суд палатаһы прокурорына буйһонған. Ырымбур округ суды П. составында — 6 урынбаҫар һәм 21 суд тәфтишсеһе эшләгән, Троицкиҙыҡында ошоға ярашлы — 7 һәм 30, Өфөнөкөндә — 10 һәм 16. РСФСР ХКС‑ының суд т‑дағы 1‑се декреты (1917 й. 22 нояб.) м‑н П. органдары бөтөрөлә, Өфө губ. 1918 й. Өфө губерна революцион комитеты ҡарары м‑н ябыла. 1917—22 йй. закондың үтәлешен күҙәтеү Бөтә Рәсәй ҮБК‑ға, ХКС‑ҡа, Юстиция ХК‑на, урындағы власть органдарына, башҡарма ком‑ттарҙың юстиция бүлектәренә йөкмәтелә. 1918 й. башында Өфө губ. биләмәләрендә — Өфө губерна башҡарма комитеты юстиция бүлегенең губерна коллегияһы, 1919 й. АСБР‑ҙың Юстиция ХК ойошторолған; уның 2 бүлеге (яза биреү, суд төҙөлөшө һәм күҙәтеү) булған, башында юстиция халыҡ комиссары (бер үк ваҡытта респ. прокуроры иҫәпләнгән) торған. 1922 й. Бөтә Рәсәй ҮБК ҡарары б‑са — башында халыҡ комиссары торған Юстиция ХК составында дәүләт П., БашҮБК ҡарары б‑са Өфөлә 3 бүлексәһе, ҡала һәм район П. м‑н Башҡ‑н Юстиция ХК составында БАССР П. булдырыла. 1923 й. алып Юстиция ХК‑ның дәүләт П. һәм СССР Юғары суды П., 1933 й. башлап СССР П. эш иткән. СССР ҮБК һәм ХКС‑ы ҡарары м‑н 1936 й. БАССР П. Юстиция ХК составынан бүленеп сыға; 1939 й. РСФСР прокуроры бойороғо б‑са Өфө П. бөтөрөлә, 1947 й. СССР Ген. прокуроры бойороғона ярашлы ҡабаттан булдырыла. П. эшмәкәрлеге СССР‑ҙа Прокурор күҙәтеүе т‑да положение (1955), “СССР прокуратураһы тураһында”ғы закон (1979) тарафынан көйләнгән. 1992 й. РФ П. ойошторола. БР П. структураһында 71 П.: 9 район‑ара, 8 ҡала, 45 район, 2 махсус, Өфөлә 7 район П. бар. Ырымбур губ. провинциялары прокурорҙары (1764): Исәттә — асессор В.Гуляев, Өфөлә — титулярный советник М.Наумов; Ырымбур губ. прокурорҙары: В.Н.Никопольский (1817 й. алып), А.Н.Гарбовский (1820 й. аҙ. алып), П.М.Жданов (1843 й. алып), И.Ф.Юркевич (1858 й. алып); Өфө губ. прокурорҙары: Жуковский (1867 й. алып), Е.С.Веригин (1876 й. алып), С.Д.Бабушкин (1889 й. алып); Өфө округ суды прокурорҙары: М.А.Плавский (1900 й. тиклем), А.В.Зайцев (1905 й. алып). Өфө губерна башҡарма ком‑тының юстиция бүлеге мөдирҙәре: И.Ф.Благин (1918 й. алып), В.Д.Галанов (1919 й. алып), А.П.Черепанов (1921 й. алып). АСБР Юстиция ХК‑ның халыҡ комиссарҙары (прокурорҙар): Ю.Ю.Бикбов (1919 й. февр. алып), А.С. Кричинский (вазифа башҡарыусы; 1919 майынан), Дмитриев (1920 й. алып). БАССР прокурорҙары: И.С.Герасимов (1922 й. алып), Д.Э.Галли (1923 й. алып), Ғ.Ҡ.Ҡасимов (1926—28), Х.Һ. Һаҙыев (1930 й. алып), Г.И.Хазов (1933 й. алып), Х.И.Ишмөхәмәтов (1937 й. алып), И.Д.Иванов (1940 й. алып), Ф.М.Баринов (1943 й. алып), А.А.Набатов (1944 й. алып), Ф.С. Гусев (1951 й. алып), В.А.Сабуров (1954 й. алып), М.В.Яковлев (1964 й. алып), И.Т.Филатов (1977 й. алып), В.И.Кравцев (1986 й. алып); БР прокурорҙары: В.И.Кадонцев (1989 й. алып), Ю.Н.Титов (1995 й. алып), Й.М.Торомтаев (2000 й. алып), Ф.Ғ.Байков (2002 й. алып), М.Ю.Зелепукин (вазифа башҡарыусы; 2004 й. алып), А.В.Коновалов (2005), С.А.Хуртин (2005 й. дек. алып), А.И.Назаров (2013 й. алып).

Әҙәб.: Прокуратура Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1996; А б д р а х м а н о в А.Ф. Государственное управление, суд и прокуратура Уфимской губернии 1865—1917 гг. Уфа, 2005.

Р.Н.Зиннуров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика