ПРОКАТ м е т а л л у р г и я л а, прокатлау стандарында алынған төрлө профилдәге металл изделиелар. Профилдәренең формаһына һәм үлсәмдәренә ҡарап (сортамент) табаҡлы П. (табаҡ, таҫма һ.б.), сортлы ябай (түңәрәк, квадрат, алтымөйөш һ.б.), фасонлы П. (мөйөштәр, тавролар, рельстар, швеллерҙар һ.б.); махсус тәғәйенләнешле профилдәрҙе (периодик, подшипниктар өсөн шарҙар, роликтар, дискылар һ.б.); торбаларҙы һ.б. айыралар. П. материалының ныҡлығын, өҫкө йөҙө сифатын, структур хәлен билдәләгән күрһәткестәр бар. Башҡортостанда П. (табаҡ, металлокорд, катанка һ.б.) төп етештереүсеһе — Белорет металлургия комбинаты. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләре өсөн периодик П. сығаралар. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында субмикро‑ һәм нанокристаллик структуралы теләһә ниндәй оҙонлоҡтағы параметрҙары сикләнгән цилиндрик әҙерләмәләрҙе формалаштырыу өсөн П. алыу технологияһы (радиаль йүнәлештә шыуҙырып прокатлау) эшләнгән.

Н.П.Барыкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Яндекс.Метрика